Быны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ белгестәре Ханты-Манси автономия округындағы урман янғындарына бәйләй. Юғары янғын хәүефһеҙлеге, шулай уҡ Башҡортостандың ике тиҫтәләп төбәгенә лә янай.
Быға юл ҡуймаҫ өсөн көн дә тиерлек авиация патруле ойошторола. Быйылдан республика урман биләмәһе яңы һауа судноһы күҙәтеүендә ҡала. Еңел моторлы осоу аппараты АН-2 самолётынан, етеҙлеге менән айырыла.
Авиация патрулендә ғәҙәттә ике кеше эшләй. Ҡағиҙә буйынса береһе һауа судноһы менән идара иткәндә, икенсеһе ут сығыу урындары буйынса мәғлүмәт еткереү өсөн яуаплы. Быйыл эш олоға китмәҫ элек ваҡытында саралар күрелгән. Күпселек янғындар кешенең вайымһыҙлығы арҡаһында сыға.




