Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе дауам итә. Был минуттарҙа “Торатау” Конгресс-холында педагогтар ете майҙансыҡта фекер алыша. Форум барышында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты һәм Луганск Халыҡ Республикаһының Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе араһында килешеү төҙөү ҡарала. Гимназия директоры Илнур Сәлихов.
Август кәңәшмәһенең пленар өлөшө төштән һуң була. Унда алдынғы уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтә.




