Проектты тормошҡа ашырыу өсөн йөҙ миллион һум йүнәлтелә. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән "Инвестиция сәғәте"ндә холдингҡа технологик ҡорамалдар һатып алыу буйынса республиканан ярҙам саралары ҡабул ителде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктә агросәнәғәт комплексы ныҡлы үҫешкән. Төп маҡсат - ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инеү. Ултырышта Мәләүез районында баҫыусылыҡ буйынса проект та ҡаралды. "Хлебодаровка" крәҫтиән-фермер хужалығы ҡулланыуҙа булмаған ер биләмәләрен әйләнешкә алып, юғары уңдырышлы культуралар сәсергә йыйына. 55 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Республиканың инвестиция комитеты тарафынан башланғыс өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелде.





