Яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләһе әле ата-әсәләр өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә. Балаларға мәктәп формаһы, алмаш аяҡ кейеме, кәнсә тауарҙары һатып алыу күптәрҙе борсой. Мәктәп йәрминкәләрендә тауарға ҡытлыҡ юҡ.
Белем көнө яҡынлашыу менән сауҙа нөктәләренда һатыу әүҙемләшә. Ата -әсәләр менән балалар мәктәп-кәрәҡ яраҡтарын теүәлләй. Баймаҡ ҡалаһынан Ғайсиндарҙың улы быйыл тәүгә мәктәп ишеген асасаҡ. Шуға ла улар был әҙерлеккә бик етди ҡарай.
Яңы уҡыу йылы икән, тимәк, ата-әсәләр өсөн сираттағы сығым. Мәктәп кәрәк –яраҡтарын, кейем-һалымды яңыртыу бер нисә уҡыусы баланы тәрбиәләгән ғаиләнең кеҫәһен ярайһы ғына бушата. Баймаҡта канцеляр тауарҙарҙа хаҡтар үткән йыл менән сағыштырғанда түбәнерәк. Ә бына мәктәп формаһы, спорт һәм аяҡ кейемдәре тауарҙың сифатына ҡарап билдәләнгән.
Мәктәпкә йыйыныу күп балалы, әҙ тәьмин ителгән мохтаж ғаиләләр өсөн ауырға тура килә. Был осраҡта уларға «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» мәрхәмәтлек акцияһы ярҙамға килә. Ниндәйҙер кимәлдә изге эш ауыр тормош шарттарында ҡалғандарҙың хәлен еңеләйтә.
Уҙған йылда изгелек сараһы сиктәрендә яҡынса 383 мең һумға торошло тауар йыйылып, мохтаж ғаиләләргә таратыла. Быйыл да битараф булмағандар акцияға ҡушыла ала. Ул 31 августҡа тиклем дауам итә.
Альбина Байегетова







