Биләмәлә пневмокаркас модулдән яңы бүлексә төҙөлдө. Барлыҡ талаптарҙы иҫәпкә алып хеҙмәт алып барыуға тәғәйенләнгән ваҡытлыса ҡоролма республикала дүртенсегә күтәрелде. Быға тиклем бындай объекттар Ишембай, Шишмә, Баймаҡ райондарында сафҡа индерелгәйне. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Көтөп алынған асҡыс. Өфө районы Булгаков ауылы янғын часы өсөн яңы бүлексә сафҡа индерелде. Ике ҡеүәтле техникаға тәғәйенләнгән пневмоангарҙы асыу тантанаһында республика Хөкүмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселеге ҡатнашты. Сара сиктәрендә фиҙәҡәрлек күрһәткән янғын һүндереүселәргә, төҙөлөштә ҡатнашҡан эшҡыуарҙарға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Теүәл ике йыл элек Булгаков ауылында штаты ун ете кешенән торған янғын часы бүлексәһе ойошторолғайны. Элекке ауыл хужалығы предприятиеһы гаражынан яңы ангарға күсенеү - ҡотҡарыусылар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Сөнки бында машиналарҙы хеҙмәтләндереүгә, тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып барыуға уңайлы шарттар булдырылған. Яңы ҡоролманың тиҙ төҙөү технологияһы буйынса күтәрелеүе лә билдәле.
Баш ҡалаға яҡын урынлашҡанға күрә, ауыл биләмәһе тиҙ үҫешә. Шуға янғын часына ихтыяж юғары. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә кеше ғүмерҙәре һағында. Бүлексә «Урал» машиналары менән тулыланған, ҡеүәтле техниканың береһе 2020 йылда һатып алынған.
Яңы бүлексә трасса эргәһендәге Цюрупа урамында урынлашҡан. Яҡын киләсәктә ваҡытлыса ҡоролманы заманса бина алмаштырыр тип көтөлә.
Өфө районы Булгаков ауылындағы янғын часы өсөн капиталь төҙөлөш тә планлаштырылған. Әлегә проектлау эштәре дауам итә. Шул уҡ ваҡытта оъектты республика адреслы инвестиция программаһына индереү буйынса заявка ебәреү ҙә ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина







