Быйыл республикала 77 баҡсасылыҡ ширҡәтенә юл төҙөкләндерелә

Был эшкә Радий Хәбиров «Смарт-баҡсасылар» форумында старт биргәйне. Республика бюджетынан 50 миллион һум аҡса бүленде. Республика етәксеһе әйтеүенсә, баҡса йорттарында хәҙер күптәр даими йәшәй һәм мәктәпкә йөрөүсе балалар ҙа бик күп. Шуға күрә программа киләһе йылда ла дауам ителәсәк. Иглин районынан БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән яҙмала.

Бынан ары, яҙлы-көҙлө батып ултырыуҙар артта ҡаласаҡ. Юлдың яңыртылыуы машиналарға ғына түгел, йәйәүлеләр өсөн дә бик тә мөһим. Сөнки, Иглин районы Таутөмән ауылынан М5 федераль трассаһына илткән юл проблемаһына тиҫтәләрсә йыл.

Был юл Иглин районының өс баҡсасылар ширҡәтенә алып бара. Бөгөнгә тиклем кемдер вездеходта, икенселәре йәйәүләп тимер юл станцияһынан йөрөр булған. Сәбәбе – юлһыҙлыҡ. Ниһайәт, мәсьәлә быйыл яҙ үткән «Смарт-баҡса» беренсе республика баҡсасылар форумында хәл ителде. Радий Хәбиров Башҡортостанда баҡсасылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум аҡса бүленеүен белдерҙе. Финанс ярҙам ширҡәттәрҙәге юлдарҙы төҙөкләндереү, электр тәьминәтенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күҙ уңында тота.

Вәғәҙә итеүебеҙсә, баҡсасысар ширҡәтенә илткән юлдар төҙөкләндерелә лә башланы. Тиҫтәләрсә йыл дауамында улар үҙ тормошо менән йәшәне. Газ, электр уты, йә юл проблемаһы булһынмы хәл итә алғаны итте, кемеһелер юҡ. Йылдар буйына йыйылған мәсьәләләр менән власҡа сыҡты. Минең социаль селтәрҙәрҙә генә бының буйынса йөҙҙәрсә мөрәжәғәт.

Ә Иглин районы үҙәгенән «Шишмә» баҡсасылар ширҡәтенә илткән юлға асфальт түшәлер тип көтөлә. Уға әле ҡырсынташ түшәлеп, уны ныҡлап тығыҙлыу һәм тигеҙләү эштәре алып барыла. Яңыртылған юлда, йәмәғәт транспорты туҡталышы ла төҙөкләндереләсәк.

Йыл әйләнәһенә меңдән ашыу кеше йәшәгән баҡсасылар ширҡәтендә уҡыусы балалар ҙа бик күп. Шуға ла эште аҙна-ун көндән тамамлау күҙаллана. Ә планда йыл аҙағына тиклем республиканың 77 баҡсасылар ширҡәте юлдарын төҙөкләндереп, файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.

Фото №1 - Быйыл республикала 77 баҡсасылыҡ ширҡәтенә юл төҙөкләндерелә

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ