Йәштәр менән йәнле аралашыу

Өфөлә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов төрлө форумдарҙа грант отоусылар менән осрашты. Шулай уҡ Дәүләт идаралығы буйынса бәләкәй академияһы сығарылышына дипломдар тапшырҙы. 

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан бер нисә йыл беренселәр рәтендә. Йыл һайын иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе «Театраль Волга буйы» резиденттары күрһәтә. Алексей Касьянов менән осрашыуҙа малай-ҡыҙҙар киләһе йылда ла фестивалдә ҡатнашып беренсе урынға дәғүә итәсәктәрен белдерҙе.

Баш федераль инспектор Рәсәй кимәлендә үткәрелгән форум, фестивалдә ҡатнашыусыларға, шулай уҡ Дәүләт идаралығы буйынса бәләкәй академияһын тамалаусыларға дипломдар тапшырҙы. Алексей Касьянов йәштәргә һәм уларҙың остаздарына рәхмәтен белдерҙе.

Осрашыуға килгән егет-ҡыҙҙар Волга буйы федераль округында үткәрелгән проекттарҙа һәм фестивалдәрҙә әүҙемлек күрһәтә. Уларҙың береһе 10-сы йыл рәттән Һамар өлкәһендә ойошторлған «Иволга» форумы. Быйыл унда Башҡортостандан 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

«Иволга»ла беренсе тапҡыр республика делегацияһының проекттары 3 миллион һумдан ашыу грант отҡан. Ләкин был конкуреция юҡлыҡтан түгел. Форумдың проекттар конвейерында Рәсәй төбәктәренән ике меңдән ашыу ҡатнашыусы, шулай уҡ Белоруссия республикаһы, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаһы делегациялары көсөн һынаған.

Фото №1 - Йәштәр  менән  йәнле  аралашыу

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ