Өфө районында йәшәүсе мамонт теше тапҡан

Палеонтология ҡомартҡыһына ул Ҡариҙел йылғаһы буйында юлыға. Ғалимдар уны мамонттың дүрт сәйнәү тешенең берәүһе булыуын билдәләй. Яҡшы һаҡланған ҡомартҡы тамырлы булыуы менән ҡиммәтле. Тештең ауырлығы яҡынса 3-4 килограмм, оҙонлоғо – 35 сантиметр. 

Белгестәр фаразлауынса, майҙанда боронғо хайуандың башҡа һөйәктәре лә ятыуы мөмкин. Тик теш ҡойолоп төшөп ҡалған тигән фекерҙе ла инҡар итергә ярамай, сөнки мамонттарҙың теше уның ғүмеренә 5-6 тапҡыр алмашына алған.

Теш материалы мамонттың йәше, енесе, йәшәү ваҡытын һәм урынын билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Тикшереү менән Башҡортостандың Милли музейы белгестәре шөғөлләнәсәк.

Фото №1 - Өфө районында йәшәүсе мамонт теше тапҡан

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ