«Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында төпкөл ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә

Республикала был программа 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Быйыл программа сиктәрендә Мәсетле районы Бәләкәй Ыҡтамаҡта һәм Түбәнге Бобинола ике ФАП төҙөлгән. Тағы ла һигеҙ пункт быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Борай районында асылған медицина учреждениеларының уңайлыҡтарын урындағы халыҡтан БЮТ ижади төркөмө лә белеште. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Февралдә йөрәгенә һәм үт ҡыуығына әмәлиәт үткәргән Рафиҡ Вәлиев аҙна һайын фельдшерға күренеп тора. Ҡан баҫымын үлсәтә, һаулыҡ торошона бәйле бөтә мәсьәләлрҙе лә төпкөл ауылда фельдшер ярҙамы менән хәл итә. Йөрәк менән бәйле мәсьәләләр килеп тыуғас, тәжрибәле ауыл фельдшеры уны баш ҡалаға үҙәк республика дауаханаһына йүнәлтә.

Модулле заманса ФАП-тан кеше өҙөлмәй. Айырыуса күп бала тәрбиәләүсе әсәләр беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн заманса медицина учреждениеһы булыуына шат. Быға тиклем пункт төрлө биналарҙа урынлашҡан була. Унда Мулла һәм Әбдрәшбаш ауылдарынан 268 кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә.

Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән медицина хеҙмәткәре ҡыҙыу нөктәлә бер-нисә тапҡыр туҡтаған йөрәкте эшләтеп, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡала, ә тыныс тормошта экстремаль хәлдәрҙән тәжрибәһе һәм беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдарын бик яҡшы белеүе ярҙам итә. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ФАП ауыл фельдшерының эшен күпкә еңеләйтеп, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк, ти ул.

Мулла ауыдында йәшәгән бәләкәй пациенттар иғтибарлы, тәжрибәле фельдшер Мадис Муллаян улы кеүек медицина юлын һайларға теләй .

Ҡарабай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты быға тиклем бер ниндәй уңайлыҡтар булмаған ағас бинала урынлашҡан. Быйыл июль айында асылған яңы модулле фап ауыл ерендә медицинаны модернизациялау проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлгән. Ауыл халҡы төпкөл ауылда ҡоролған бындай заманса медицина ҡарамалдары менән йыһазландырылған бина өсөн республика етәкселегенә рәхмәтле.

Ҡарабай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына яуап бирә, бында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүгә һәм фельдшерға эшләү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Тейешле медицина техникаһы, манипуляциялар эшләү өсөн ҡорамалдар бар. Санузел, техник бүлмәләре ҡоролған бинала компьютер ҡулланып эшләүе уңайлы, ти Люциә Нәзиф ҡыҙы.

Борай районында бөтәһе 48 ФАП эшләй, һуңғы бишәүһе беренсел медицина ярҙамын модернизациялау программаһы сиктәрендә сафҡа индерелгән. Мулла һәм Ҡарабай ауылдарында төҙөлгән заманса фельдшер акушерлыҡ пункттары төпкөлдә йәшәүселәргә беренсел сифатлы медицина ярҙамын район үҙәгенә һәм ҙур ҡалаларға бармай, үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙә күрһәтеү мөмкинлеген бирә.

Фото №1 - «Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында төпкөл ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ