Федераль сығымға башҡарылған эштәр аҙағына яҡынлаша. Уҙған быуатта һалынған белем усаҡтарына бығаса бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Стәрлебаш һәм Әмир ауылдарындағы мәктәптәрҙең яңырытылыу барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Мәктәпкә балалар иркен тротуарҙан атлап инәсәк. Тәнәфестә шөғөлләнер өсөн спорт майҙансығы була. Унда тренажерҙар ҡуйыла. Майҙансыҡҡа йомшаҡ япма түшәләсәк. Участка республика бюджеты бүлгән сығымдар иҫәбенә төҙөкләндерелә. Ә мәктәп бинаһы тулыһынса федераль программа буйынса 15 миллион һумдан ашыу аҡсаға йүнәтелә.
Йәйге каникулда уҡытыусыларға эш етерлек. Башланғыс мәктәптәге ремонтты яңы уҡыу йылына эшләп өлгөртөүҙә улар ҙа ҡатнаша. Кабинеттарҙы таҙартыу, йыуыу эштәре бар. Йыл һайын каникулда таҡта иҙәнде буяу эшенән ҡотолдоҡ, ти улар.
32 йыл мәғариф өлкәһендә эшләгән Лилиә Мәхмүт ҡыҙы быйыл хаҡлы ялға сығырға тейеш булған. Әммә хыялындағы мәктәптә бер йыл эшләп алыу теләге уны ебәрмәгән.
Кабинеттарҙа ағас иҙәндәр алыштырылған. Стеналар тигеҙләнгән, әле уны буяйҙар. Инженер селтәрҙәре яңыртылған. 1968 йылда төҙөлгән мәктәпкә бығаса бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән.
Башланғыс мәктәптә 300-гә яҡын бала уҡыясаҡ. Исемлеккә бөгөн тағы бер уҡыусы өҫтәлде. Лира Хәсәнова бүләһен беренсе класҡа килтерә.
Уҡыу кабинеттарында яңы, заманса йыһаздар. Ябай таҡтала эшләп өйрәнгән уҡытыусылар быйыл тәүге тапҡыр интерактив таҡта менән дә ҡулланасаҡ. Башланғыс кластарҙың парталары берәр уҡыусыға иҫәпләнгән һәм уларҙың өҫтөн кәрәкле градус буйынса үҙгәртеп була.
Бөтә үҙгәрештәр өсөн 30 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Мәктәп ашханаһы заман стандарттарына яуап бирә. Иркен спорт залы тотош яңыртылған, йыһаздар һатып алынған. Мәктәп яны биләмәһе төҙөкләндерелгән, урамда физкультура менән шөғөлләнеү өсөн майҙан булдырылған.
«Яңы мәктәп» проекты ярҙамында Тытыр Арыҫлан һәм Түбәнге Аллағыуат ауылы мәктәптәре лә ремонтланған. Стәрлебаш районы федераль программа буйынса бөтә ауыл мәктәптәрен дә төҙөкләндереүгә маҡсат ҡуйған. Тимәк, был белем биреү кимәлен яңы баҫҡысҡа күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Рәмилә Исмәғилева




