Быйылғы 1 сентябрь башҡа бер йылдағы Белем көнөнә лә оҡшамаясаҡ. Беҙ бөтөнләй башҡа ысынбарлыҡта, башҡа маҡсаттар, башҡа парадигма, тине Радий Хәбиров уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә. Республика етәксеһе әйтеүенсә, заман саҡырыуы уҡытыусыларҙын, тәрбиәселәрҙән бүтәнсә ҡараш, тәрбиә алымдары, уҡытыу методикаһы талап итә.
Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә белем биреү системаһында? БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров яңы уҡыу йылы алдынан уҡытыусыларҙың алдына ҡуйылған бурыстар менән ҡыҙыҡһынды.
Майлы сүлмәк ҡапҡасынан билдәле тигәндәй, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә ни тураһында һүҙ барырын фойе ла уҡ төҫмөрләргә мөмкин ине. Коридорҙа бығаса булмаған күренеш. Хәрби кейемдәге егеттәр, кадеттар, атыу ҡоралы һәм флагтар. Быларҙың барыһы ла илһөйәрлек, рух ныҡлығын сағылдыра. Тап шуның өсөн дә яңы уҡыу миҙгелендә һәр аҙна әләм күтәреү, гимн тыңлауҙан башланасаҡ. Патриотизм тураһында ла күберәк һөйләйәсәкбеҙ, ти уҡытыусылар.
Яңы уҡыу миҙгеленән патриотик тәрбиә өсөн айырым белгес яуап бирәсәк. Илдәге һәр мәктәптә лә тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе вазифаһы барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостанда ике меңгә яҡын уҡытыусы яңы вәкәләттәргә махсус әҙерлек үткән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әхлаҡи ҡиммәттәргә таянып үҙебеҙҙең уҡытыу системаһын ҡороу өсөн уңайлы мәл.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, илебеҙ иҫ киткес санкциялар баҫымында йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан, мәғариф системаһына етди иғтибар, ҙур сығымдар бүленә. Башҡортостан иҫке мәктәптәрҙе төҙөкләндереүгә генә 9 миллиард һум аҡса йәлеп иткән. Элек был маҡсатҡа бүленгән күләм 600 миллиондан артмай ине.
Педагогтарға ла Башҡортостанда үҫеш мөмкинлектәре ҙур. Башҡортостан башлығының грант ярҙамы уҡытыусылар араһында киң билдәлелек алды һәм һөҙөмтәле этәргес булып тора.
Ғөмүмән, республиканың белем биреү системаһы яңы кимәлгә сыға. Башҡортостанда Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең барлыҡҡа килеүе юғары уҡыу йорттары, мәктәптәр өсөн дә берҙәй киң даирәләр аса.
Башҡортостандың мәғариф системаһы географияһын да киңәйтә. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһындағы Шайморатов исемен йөрөткән мәктәбе араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлөүе ошоға дәлил. Республика менән туғанлашҡан ҡаланың белем усағын һәр яҡлап та хәстәрләп, ҡурсалап торасаҡ. Сөнки һәр илһөйәр көслөнөң берҙе йығырын, ә белемленең меңде еңерен яҡшы белә.
Айнур Кәбиров




