Туймазы районы Илсембәт ауылы янындағы Исмәт карьерында бер ир һыуға батҡан. Тағы бер фажиғә Өфө районында булған. Таптыҡ ауылы янында Дим йылғаһында ир кешенең кәүҙәһен һыуҙан сығарғандар. Батып үлеүселәрҙең икеһе лә иҫерек булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров һөйләй.




