Луганск халыҡ республикаһының сит ил эштәре министры Владислав Дейнего Башҡортостандың Донбаста социаль объекттарҙы төҙөкләндереү буйынса эшен юғары баһаланы. Рәсәй төбәктәре араһында тап Башҡортостан иң беренсе булып Луганск халҡына ярҙам күрһәтә башланы, тине ул. Владислав Дейнего әйтеүенсә, инфтраструктураға совет йылдарынан һуң аҡса бүленмәгән. Рәсәй төбәктәре ярҙамы менән был проблеманы хәл итергә иҫәп тотола. Башҡортостан Красный Луч ҡалаһында асфальт заводы урынлаштырҙы. Шулай уҡ Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп капиталь төҙөкләндерелә.







