Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилингваль мәктәбе директоры белем усағында дәреслектәр етешмәй, уҡыусыларға pdf-версиялар менән шөғөлләнергә тура килә, тигән мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүе тураһында хәбәр итте. Рәсми белдереүҙә билдәләнеүенсә, мәктәптә 6 класс уҡыусыларын дәреслектәр менән тәьмин итеү буйынса килешеү төҙөлгән. Әле улар белем усағына килтерелә башлаған. 1 сентябргә бөтә уҡыусыларға ла тейешле дәреслектәр таратыласаҡ.








