Украиналағы махсус операцияла һәләк булған яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттылар

Ишембайҙан Александр Радченконы ерләү алдынан ойошторолған матәм митингында Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Башҡортостан башлығы ғаиләгә төшкән оло ҡайғыны уртаҡлашып, урындағы хакимиәткә һәләк булған ефрейторҙың исемен мәңгелләштереү буйынса саралар күрергә ҡушты.

Табут өҫтөндә йәшел фуражка менән Рәсәй флагы. Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайы алдында ефрейтор Александр Радченко менән хушлашыу митингы бара. Ҡыйыу йөрәкле егет Коми республикаһында тыуып үҫкән, йәшәү урыны буйынса Башҡортостанда теркәлгән.

Әрме хеҙмәтенән һуң 2009 йылда контракт буйынса Ватан һағына баҫа. Украинаға тиклем, Кавказда террорға ҡаршы операцияла, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. Туғандары билдәләүенсә, Александр һәр ваҡыт илһөйәрлеге менән айырылып торған.

Ватан алдындағы бурысты лайыҡлы үтәү тормош девизы була. Украиналағы махсус операцияла батырҙарса һәләк булған ефрейтор менән хушлашыу митингы тиҫтәләп кешене бер майҙанға йыйҙы.

Матәм митингында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһе улдарын юғалтҡан ата-әсәнең оло ҡайғыһын уртаҡлашып, район хакимиәтенә батыр тураһында хәтерҙе мәңгелләштерергә ҡушты.

Александр Радченко быйыл апрелдә ҡырҡ йәшен тултырған була. Тормош юлының өстән бер өлөшөн ул хәрби хеҙмәткә арнаған. Украинала батырҙанса һәләк булған яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Награда әсә ҡулдарына тапшырылды.

Фото №1 - Украиналағы махсус операцияла һәләк булған яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттылар

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ