Өфөлә «Ҡашҡаҙан» паркында физкультурниктар көнөндә 11-се йәйге корпоратив уйындар үтте

Уйындарҙа башҡаланың төрлө ойошмаларынан 40-тан ашыу команда ҡатнашты. Командаларҙы олимпия чемпионы ла тәбрикләне.

Был көн өҫтәл артында түгел, ә спорт майҙансыҡтарында үтә. Физкультурниктар көнө әүҙем тормош алып барыусы бер-нисә быуын вәкилдәре өсөн тантаналарҙы коллегалары менән саф һауала үткәреү мөмкинлеге лә. Бында үҙеңде күрһәтергә һәм башҡаларҙың еңеүенә һөйөнөргә була. Әйтәйек, олимпия чемпионы Тимур Сафинға ла.

Физкультурниктар көнөн спорт менән шөғөлләнеп йәки ярышта ҡатнашып үткәрергә кәрәк. Байрамды әүҙем үткәреү һаулыҡҡа ла файҙалы. Ул ғына ла түгел ыңғай эмоциялар менән байыйһың.

Тимур Сафин, фехтование буйынса олимпия чемпионы

«Ҡашҡаҙан» паркы биләмәһендә пляж волейболы, мини-футбол, еңел атлетика буйынса ярыштар ойошторолдо. Еңеүсе күбогын яулау өсөн 41 команда көс һынашты.

ГТО комплексы төбәк операторының Башҡортостан Хәрби-спорт фонды нормативтарҙы тапшырыу өсөн махсус майҙансыҡ бүлгән. Унда теләгән кеше ГТО нормативтарын тапшыра алды. «Ҡашҡаҙан» паркында алты төрлө спорт буйынса нормативтар тапшырырға мөмкин ине.

Әйткәндәй, быйылдан башлап, юғары уҡыу йорттарына ҡырға ингәндә ГТО-ның алтын билдәһенән тыш, бронза һәм көмөш миҙалдар ҙа иҫәпкә алына. Тимәк, республика халҡына, сәләмәт тормошҡа балаларын да эйәртеп, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләргә генә ҡала.

Фото №1 - Өфөлә «Ҡашҡаҙан» паркында физкультурниктар көнөндә 11-се йәйге корпоратив уйындар үтте

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ