Бөгөн был турала Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында үткән түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙә белдерелде. Унда “Уйлап бала тап” проекты һөҙөмтәләре барланды. “Проектты тормошҡа ашырыу барышында белгестәр ғаиләне планлаштырыу буйынса кәңәштәр бирә. Ата-әсәләрҙе яуаплы булырға өйрәтә. Йәштәр мөхитендә ғаилә ҡиммәттәренең мөһимлеген аңлата”, - ти Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “СОГАЗ-Мед” страховкалау компанияһының Өфө филиалы етәксеһе Диана Фәрәхова.
“Уйлап бала тап” проекты Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.







