Республикала мәктәп директорының патриотик тәрбиә буйынса урынбаҫар вазифаһы булдырыла. Радий Хәбиров Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтыусыларға иғтибар итергә ҡушты. Уларҙы был эшкә йәлеп итергә мөмкин тине Республика Башлығы бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә.







