Башҡортостан игенселәре тәүге миллион тонна иген йыйып алды

Был турала республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йыл игенселек зонаһында ғына түгел, Урал аръяғы һәм төнъяҡ урман-дала райондарында ла уңышлы килә.

“Әле беҙҙең өсөн иң мөһиме – был байлыҡты йыйып алыу. Төрлө үҙенсәлектәре булһа ла, һауа торошо бының өсөн ҡулай. Көндөҙгө һәм төнгө температура айырмаһы ҙур булғанға күрә, ысыҡ ныҡ төшә, шуға күрә беҙҙең ауыл эшсәндәре баҫыуҙарға ғәҙәттәгесә иртә менән түгел, һуңғараҡ сыға. Бар эш көндөҙгө ваҡытҡа тура килә”, – тип яҙа Радий Хәбиров.

Башҡортостан башлығы алдынғы райондар исемлеге менән дә таныштырҙы. Стәрлетамаҡ районы 100 мең тоннанан ашыу иген һуғып алған, ә Илеш районында был күрһәткес – 70 мең тоннаға яҡын. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ хужалыҡтары уңыш яғынан да яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Бында гектарына 47 центнерҙан ашыу иген йыйыла.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы ауыл эшсәндәренә ашлыҡты һатырға ашыҡмаҫҡа, яҡшы килем алыу өсөн уңышты һаҡлап торорға кәңәш итә. Стәрлетамаҡ районының алдыңғы хужалыҡтарының береһенда ураҡ барышын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Бойҙай бөртөктәре шарлауыҡ кеүек ағыла. 8 тонналыҡ бункер бушатылғас, йыйыу комплекстары кире һыҙатҡа баҫа. Киләһе туҡталыш 15 минуттан һуң. Ҡуйы итеп үҫкән бойҙай яҡшы уңыш бирә, шуға күрә комбайндың тиҙлеге сәғәтенә 5 километрҙан да артмай. Илнур Ҡотлошин тәжрибәле комбайнсы. Сәсеү, урып-йыйыу миҙгелен ҡалдырмай. Эш шарттары менән дә ҡәнәғәт. Заманса техника климат контроль, радио менән йыһазландырылған. Бар күрһәткестәр – планшетта.

Урып-йыйыу эштәре башланыу менән Стәрлетамаҡ игенселәре республика буйлап беренселәр рәтенә баҫа. Уныш бында, ысынлап та, маҡтанырлыҡ. Мәҫәлән, был бойҙай басыуынан ғына гектарынан 50 центнер уңыш йыйыла. Игенде ваҡытында йыйып алыу өсөн 340 гектар баҫыуҙа 6 комбайн эшләй. Бойҙай сорты ла һауа торошона тотороҡло булып сыға. Юғары күрһәткестәргә етер өсөн өҫтәмә туҡландырыу эшен алып барыу ҙа ярҙам итте, ти Калинин исемендәге хужалыҡ етәкселеге.

Уңыштың бер өлөшө орлоҡ фондына ебәрелә. Калинин исемендәге хужалыҡтың 23 мең гектар баҫыуҙарына бөртөклө ашлыҡ сәселгән. Ужым арышы йыйып алынған да инде, сиратта арпа баҫыуҙары. Стәрлетамаҡ районында барлығы 75 мең гектар ерҙә иген өлгөргән, уларҙы йыйып алыуға 130 комбайн йәлеп ителгән.

Бойҙайҙы йыйып алыу ғына түгел, уны һаҡлау өсөн тейешле шарттар булдырыу мөһим. Бының өсөн дымлылыҡ кимәлен үлсәп тороу кәрәк. Ул 12 проценттан артмаҫҡа тейеш.

Ураҡ эштәре менән бер рәттән Калинин исемендәге агропредприятиела ужым культураларын сәсеүгә баҫыуҙар әҙерләнә. Хужалыҡ эшсәндәре арыштың мул уңыш биреүсе Сулпан-9 сортын сәсергә ниәтләй. Ул яңыраҡ ҡына илдең селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрында теркәлгәйне.

Фото №1 - Башҡортостан игенселәре тәүге миллион тонна иген йыйып алды

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ