Бер тәүлектә 205 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Әле коронавирус менән меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 183-ө дауаханаға һалынған. Өфө районы Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә лә пациенттарҙың артыуы күҙәтелә. Ауырыуҙар һәм табиптар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Дәүләкәндән Әнүәр Шакировтың тауышы көр, кәйефе күтәренке. Хәҙер ул үҙаллы тын ала. 82 йәшлек уҙаман бер йыл эсендә икенсегә коронавирус йоҡтороп, Өфө районы Зубов ауылындағы ковид-госпиталгә эләккән. Реанимациянан һуң хәҙер ғәҙәти палатала дауалау курсы үтә.
Ковид-19 инфекцияһы менән көрәштә дауалау методикаһы билдәләнгән. Йоғошло ауырыуҙар буйынса ҙур тәжрибәһе булған берҙәм коллектив тупланған. Аҡ костюмдағылар билдәләүенсә, һуңғы аҙналарҙа коронавирус менән сирләүселәрҙең бер ни тиклем артыуы күҙәтелә. Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙән ял итеп ҡайтыусылар араһында мәкерле ауырыуҙы йоҡтороусылар, тотош ғаиләләре менән бергә дауаханаға эләгеүселәр бар.
Ковид-госпиталдә реанимация, интенсив терапия бүлеге лә булдырылған. Әле бында ун ике пациент. Барыһы ла үпкәне яһалма елләтеү аппаратына, кислородҡа тоташтырылған. Хроник сирлеләр коронавирусты, үпкә шешеүен айырыуса ауыр үткәрә.
Рәсәйҙә коронавирустың кентавр һәм дельтакрон штамдары ла асыҡланған. Һуңғыһы – дельта һәм омикрондың гибриды. Әлегә сирҙе йоҡтороусыларҙың ауырыуҙы еңел формала үткәреүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта ковид-19 инфекцияһының башҡа үҙенсәлектәре лә барлыҡҡа килгән.
Өфө районының Зубов ауылындағы ковид-госпиталь 2020 йылдың июнендә сафҡа индерелгәйне. Ошо ваҡыт эсендә ун ете меңдән ашыу пациентҡа дауалау курсы ойошторолған. Бында улар төрлө район-ҡалаларҙан килә. Табиптар билдәләүенсә, коронавирус сигенергә уйламай. Шуға күрә уның үҫеш темптары тик вакцинация үтеп, битлектә йөрөп кенә кәмететергә мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина




