Тәртип һаҡлау органдары «Алтын гаишник» ты эләктерҙе

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы теркәү имтихан бүлегенең элекке етәксеһе урынбаҫары Илдус Шәйбәков федераль эҙләү исемлегенә эләккәйне. Ул енәйәтсел төркөм ойоштороуҙа ғәйепләнә. Уларҙың маҡсаттары водитель таныҡлыҡы тапшырылғанда ришүәт талап итеү булған.

Тәфтишселдәр фаразлауынса, документтың хаҡы 14 меңдән 40 мең һумға тиклем барып еткән. Енәйәтсел төркөмдөң 8 ағзаһы асыҡланған. Әле Шәйбәков ҡулға алынған. «Алтын гаишникка» ҡарата тәфтиш саралары башҡарыла.

Фото №1 - Тәртип һаҡлау органдары «Алтын гаишник» ты эләктерҙе

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ