Тимер юл киҫелешендә урынлашҡан майҙанда дүрт юл һыҙаты төҙөлөшө өсөн ҡеүәтле конструкциялар ҡуйылған. «Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары» проектына ярашлы төҙөкләндерелгән объект файҙаланыуға киләһе йылға тапшырылыр тип көтөлә. Зинин, Нуғай һәм Аҡбирҙе ауылдары халҡы өҙөлөп көткән юлүткәргес төҙөлөшөнән БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.
Нуғай шоссеһындағы оҙайлы тығындарҙан ҡотолоу өсөн төҙөлгән объектта эштең ҡыҙған мәле. Хеҙмәткәрҙәр яңы юл өсөн ҡаралған 36 бетон урҙаның етәүһен һалып, тимер юлы коммуникацияларына үҙгәртә башлаған. М-5 “Урал” федераль трассаһынан Нуғай шоссеһына тиклем бында 4 һыҙатлы юл һуҙыла. Унан оҙонлоғо яҡынса 2 километр буласаҡ..
Яҡынса һандар буйынса, тимер юлы аша тәүлегенә 25 мең автомобиль үтә. Иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә машиналарҙың хәрәкәтен тотҡарламау өсөн федераль проект буйынса яңыртыуға тап ошо участка һайланған.
Иглин районынан Дим биҫтәһенә үткән тимер юл киҫелешендәге үткәүел «Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары «проектына сиктәрендә төҙөлә. Төҙөлөшкә миллиард ярым һум самаһы аҡса бүленгән.
Флорида Ким




