Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙы капиталь төҙөкләндереү дауам итә

Төбәк операторы йылытыу миҙгеле башланғансы күп ҡатлы йорттарҙың инженер селтәрҙәренә, ҡыйыҡтарға, фасадтарға ремонт яһай.

Ремонт эшләүселәр Октябрь проспектындағы 144 -се йорт фасадын тәүҙә йылытҡан, әле буяу эштәре башҡарыла. Күп ҡатлы йортта йәшәүәселәр төбәк операторына быйыл ҡыш мөрәжәғәт иткән. 1961-се йылда һалынған йорт стеналарынан һыуыҡ үткәрә башлаған.

Мин икенсе подъезда торам. Беренсе подъезд фатирҙарына һәр ваҡыт мөйөштән ел иҫә, уларҙа һыуыҡ ине. Тәүҙә торлаҡ файҙаланыу участкаһына шылтыраттым, унан һуң төбәк операторына. Ремонаттан һуң фатирҙар йылыныр тип ышанабыҙ.

Тамара Целищева, Октябрь проспекты, 144-се йортта йәшәүсе

Йорт ҡыҙыл линияла. Августа башланған капиталь ремонт октябргә бөтөргә тейеш. Әммә подрядсы ойошма уны ваҡытынан алда, сентябрҙә тамамларға иҫәп тота.

Фатирҙарҙа ысынлап та ҡыш һыуыҡ, стеналарҙы күк баҫа, хатта боҙлана башлай. Был- капиталь ремонт эшләүгә нигеҙ булып торҙо. Ихата яҡлап эшләгәс тә, урам яғына күсәбеҙ.

Егор Шумков, подрядсы ойошма вәкиле

Вологодская урамындағы шулай уҡ уҙған быуат урталарында һалынған йорттоң йылытыу системаһы яңыртылған. Бында иһә ул тотош инженер селтәрҙәрен алыштырып һәм һауа торошона ҡарап йылылыҡты автоматик рәүештә көйләүсе ҡоролма менән йыһазландырылған.

Башҡортостан төбәк операторы күп ҡатлы йорттарҙың шулай уҡ ҡыйығын йылытыуҙы башҡара. Был төр эштәр капиталь төҙөкләндереү талап ителгән йорттарға ғына ҡағыла.

Олег Койда, Башҡортостан төбәк операторы матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Башбат

Йылылыҡ энергияһын һаҡлауға ҡоролған ремонт торлаҡ хужаларының аҡсаһын экономиялар тип көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙы капиталь төҙөкләндереү дауам итә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ