Унда Башҡортостандан Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, Витязь, Полигон һөм Меги компаниялары ҡатнаша. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә яҙма менән бүлеште.
Республика – илдең оборона комплексын продукция менән тәьмин иткән иң ҡеүәтле төбәктәрҙең береһе. Башҡортостан стратегик әһәмиәттәге предприятиеларға әүҙем ярҙам күрһәтә, импортты алмаштырыу, диверсификация йүнәлешендә эшләй. Һөҙөмтә булараҡ яңы эш урындары асыла, башҡа етештереүселәр менән кооперация нығый, сәнәғәттең конкурентлыҡ һәләте арта. Был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, тип белдергән Башҡортостан башлығы.
«Армия-2022» хәрби техник халыҡ-ара форумы Мәскәү өлкәһендәге «Патриот» күргәҙмәләр үҙәгендә асылды. Экспозицияларҙа барлығы 28 мең берәмек экспонат ҡуйылған, шулар иҫәбендә Башҡортостандың 9 предприятиеһында етештерелгән өлгөләр бар. Башҡортостан делегацияһы форумда беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Республика илдең оборона ҡеүәтен арттырыуға ныҡлы өлөш индерә.







