Иглин районында кейеҙ баҫыу буйынса семинар үтте

Сараны уҙғарыу өсөн Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәҙәниәт йорто юҡҡа ғына һайланмай. Тап бында биш йыл элек Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа төрлө әкиәт геройҙарының костюмдары әҙерләнә.

Быйылғы семинарҙа 13 башҡорт кейеҙе оҫтаһы ҡатнашты. Улар орнамент төрҙәре, уларҙы һүрәтләү ысулдары менән танышты. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, иң яҡшы эштәр “Урал” галереяһы күргәҙмәһендә урын аласаҡ. Халыҡ ижадына бағышланған фестиваль-конкурс сиктәрендә уҙасаҡ күргәҙмә сентябрь аҙағында асыласаҡ.

Фото №1 - Иглин районында кейеҙ баҫыу буйынса семинар үтте

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ