Башҡортостанда ат туризмын үҫтереүҙәге яңы мөмкинлектәр һынала

Ошо уңайҙан, Баймаҡ районы Билал ауылында республикала беренсе тапҡыр йылҡысылар ярышты. Сараға Әбйәлил, Бөрйән һәм Өфө районы вәкилдәре махсус саҡырылғайны. Улар алдан билдәләнгән маршрут буйынса ат һыбай йөрөү оҫталығы күрһәтте.

 Йылҡы малын өйрәтеү, егеү, йүгәнләү кеүек айырым бәйгеләр ойошторолдо. Ярыш еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Фото №1 - Башҡортостанда ат туризмын үҫтереүҙәге яңы мөмкинлектәр һынала

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ