Бөгөн «Транспорт сәғәте»ндә Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралды. Ултырыш Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙҙы.
Быйыл атап үтелгән райондарҙың транспорт инфраструктураһын төҙөкләндереүгә миллиард ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Барлығы 62 урында юл ремонтлау ҡарала. Кәңәшмә барышында шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тәьмин итеү саралары ла ҡаралды.
Башҡортостанда әле камералар тарафынан автоматик рәүештә теркәлгән тәртип боҙоуҙарҙың исемлеге киңәйтелгән. Тиҙлек режимынан тыш, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, руль артында телефон ҡулланыу, хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡаптырмау осраҡтары заманса күҙәтеү комплекстары иғтибарына эләгә.
Ултырыш барышында Башҡортостан башлығы Өфө агломерацияһы биләмәһендә юлдарҙы төҙөкләндереү тураһында мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. Был мәсьәлә киләһе «Транспорт сәғәте»нең көн тәртибенә сығарыла.







