Салауат ҡалаһындағы сысҡан ауырыуы осрағы теркәлгән йәйге лагерҙа кимереүселәрҙән санитар эшкәртеү тәртибендә етешһеҙлектәр асыҡланған. Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре хәбәр итте. Йәйге лагерҙа ял итергә килгән ике үҫмер ҡыҙ гемморагик биҙгәк йоҡтороп дауаханаға эләккәйне.
Осраҡ буйынса әле тәфтиш комитеты идаралығы тикшереү уҙғара. Дөйөм алғанда, Башҡортостан сысҡан биҙгәге буйынса хәүефле төбәк исемлегендә. Кимереүселәр әүҙем булған осорҙа республикала ауырыу кимәле лә арта. Сысҡан биҙгәгенән нисек һаҡланырға, БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.
Валерий Корниенко сысҡан биҙгәген быйыл йәй эләктерә. Баҡсала төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнгән ир ауыр сиргә тарырмын тип уйлап та бирмәй. Бесәйе йыш ҡына йортҡа сысҡандар ташый. Велерий уларҙы яланғас ҡулдары тотоп менән сүп-сар майҙансығына ташлай. Был гемморагик биҙгәкте йоҡтороу осрағында һоро ялан сысҡандары сир ташыусы ролен үтәгән.
Бер-нисә көн үҙ аллы көрәшеп тә ауырыуҙы еңә алмағас, пациентҡа ҡатыны аышығыс ярҙам каретаһын саҡырта. Анализдар һәм ентекле тикшеренеүҙәр ирҙең сысҡан биҙгәге менән зарарланыуын күрһәтә. Табибтар пациентты ике аҙна эсендә аяҡҡа баҫтырыуға ирешкән.
Йыш ҡына был сиргә тарыусылар ҡапыл температура күтәрелеүен, биҙгәк тотоуын ғәҙәти респиратор сир тип ҡабул итеп хаталана. Медицинала алтын дауалау минуттарын юғалтмау, ауырыуҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн, нерв системаһына, бөйөрҙәргә зыян килтермәү маҡсатында, табибтар түбәндәге билдәләргә иғтибар итергә кәңәш итә.
Йыл башынан республикала 720 сыcҡан биҙгәге осрағын лаборатор тикшеренеүҙәр асыҡлаған. Был үткән йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә, бер кешене был сирҙән ҡотҡара алмағандар.
Биҙгәкте кимереүселәрҙең бөтә төрҙәре лә таратыуы ихтимал. Шулай ҙа иң ҡурҡыныс янағаны – ялан сысҡандары, ти, белгестәр. Ауырыу йоҡтороу осрағының 90 процентында тап ошо һоро йән эйәләре сәбәпсе.
Геморрагик биҙгәк – ауыр сир. Әммә унан һаҡланыу ысулдары ябай. Баҡсала эшләгәндә табиптар бирсәткәләр ҡулланырға, битлек кейергә кәңәш итә. Ҡулдарҙы йыш йыуып торғанда, ябай һаҡланыу сараларын үтәгәндә һауа юлы менән күсеүсе вирустарҙы эләктермәҫкә мөмкин.
Гүзәл Борханова




