Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. - Үзбәкстан менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртабыҙ. Ташкент ҡалаһы башлығы менән Өфөлә Ташкент көндәрен уҙғарыу тураһында килештек. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү, сәнәғәт предприятиелары булдырыу, туризм өлкәһендә берҙәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырырға мөмкин,-ти Башҡортостан хөкүмәте рәйесе. Ике республика араһында тауар әйләнеше уҙған йылда 113 миллион доллар булған. Быйыл ул 6,9 процентҡа артҡан.




