Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, авариялар – 13, үлеүселәр - 17 процентҡа аҙайған. Радий Хәбиров юл йөрөү хәүефһеҙлегенә арналған программа булдырырға ҡушты. Ул йыл аҙағына тиклем әҙер булырға тейеш, тине Башҡортостан Башлығы.
Үткән тәүлектә республикала 11 авария теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 14-е имгәнгән. Юл полицияһы 36 иҫерек водителде ҡулға алған. Уларҙың өсәүһе эскән килеш икенсе тапҡыр тотолған.




