Был тема Республика Башлығы уҙғарған "Транспорт сәғәте"ндә ҡаралды. Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында юлдар тәртипкә килтерелә. Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, бындағы биләмәләрҙә 2 мең ярым километр юл бар. Уның 60 процентына асфальт түшәлгән. Быйыл район юлдарын тәртипкә килтереү өсөн 1 миллиард 600 миллион һум бүленгән. 62 километр юлды ремонтларға иҫәп тотола.







