Был аҙнала район үҙәгендә фестиваль үтә. Урындағы хакимиәттән белдереүҙәренсә, байрамда фольклор коллективтары сығыш яһай, ауыл хужалығы тауарҙары, бал йәрминкәһе була. Ағастан һәм таштан әйберҙәр яһау, мебель етештереү, быйма баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Фестиваль 20 августа көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин.







