Белорет районында 1960 йылғы ир сит илгә законһыҙ рәүештә ағас материалдары һатҡан

Контрабанда осрағын федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған.

Енәйәттә ғәйепләнеүсе, законһыҙ рәүештә киҫелгән ылыҫлы ағас төрҙәрен һатып алып, унан үҙенең цехында таҡта быстырған. Урман сәнәғәте тауарҙары өсөн мотлаҡ таможня декларацияһы талап ителеүен иҫәпкә алып, ул берҙәм дәүләт автоматлаштырылған системаһына дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт биргән.

Ялған документтар нигеҙендә Үзбәкстанға 10 миллион ярым һумға 2 мең кубометр самаһы ағас материалдары һатҡан. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото №1 - Белорет районында 1960 йылғы ир сит илгә законһыҙ рәүештә ағас материалдары һатҡан
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ