Был юлы гуманитар ярҙамды 17 йөк автомобиле алып бара. Шул иҫәптән дүртәүһе Донецк халыҡ республикаһына булһа, Луганск халҡы 12 фургон аласаҡ. Тағы бер йөк машинаһы Дондағы Ростовҡа юллана. Ылауҙың үҙенсәлектәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Юлдаш Биков Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам тейәп хәҙер тиҫтәнән ашыу бара. Юл йөрөү, ылау ташыуға күнегелде, ти ул. Ул ғына ла түгел ярҙамды көтөп алған кешеләр ҙә хәҙер туғандар шикелле. Бигерәк тә кескәйҙәр.
Луганск балалары беҙ килгәнде көтөп ала һәм һәр беребеҙҙе исемләп белә, ти Юлдаш. Водителдәр республика йыйған гуманитар ярҙамдан тыш үҙҙәре лә күстәнәс тотоп бара.
22-се ылау – Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына оҙатылған иң ҙур гуманитар ярҙам. 17 йөк машинаһында башлыса төҙөлөш материалдары. Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге мәктәпте төҙөкләндереү өсөн таҡталар, электр сымдары, керамик плиткалар һәм башҡа кәрәк яраҡтар. Шул иҫәптән 4 фургонға тейәлгән төҙөлөш материалдары Мариуполь ҡалаһына оҙатыла. Ылауҙы туплаусылар балаларҙың рухи аҙығы тураһында ла онотмаған.
Гуманитар колонна ике мең саҡрым самаһы юл үтеп, бер тәүлектә тәғәйен урынға барып етәсәк. Күнегелгән юл булыуға ҡарамаҫтан, водителдәр ҡуҙғалыр алдынан ғәҙәттәгесә инструктаж үтә. Был юлы автоинспекторҙар оҙатыуы булмаясаҡ. Шулай ҙа ауырлыҡтар булмаҫ, ти руль артындағылар. Сөнки Башҡортостан оҙатҡан фургондарҙы юлда танып та бөткәндәр.
Айнур Кәбиров







