Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында «Уйлап бала тап» проектына йомғаҡ яһалды

Төбәк йәмәғәт палатаһы проектты «Башҡортостан әсәйҙәре» ойошмаһы һәм ведомстволар менән берлектә уҙғарған. Ул репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау, бала табыуҙы планлаштырыу, йәш әсәләрҙе йөклөлөккә әҙерләү, буласаҡ атайҙар менән эшләү, ғаилә ҡиммәттәрен аңлатыуға йүнәлтелгән.

Программа «Рәсәй демографияһы» милли проекты, Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылған. 

Республикала аборттар һаны кәмене. Проект буйынса эшләү өсөн төбәктә 450 белгес уҡытып сығарылды. Улар райондарҙа саралар үткәрә. Аудитория – бала табыу йәшендәгеләр. Башҡортостанда сабыйҙар күберәк тыуһын тигән маҡсатта эшләйбеҙ.

Диана Фәррәхова, проект етәксеһе 
Фото №1 - Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында «Уйлап бала тап» проектына йомғаҡ яһалды

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ