Был күп бала тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ҡағыла. Сығымдарҙы тулыһынса ҡаплатырға ла мөмкин. Тик уның күләме сикле. Льготалар тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Уйылдановтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Ишле ғаилә статусына былтыр ғына эйә булһалар ҙа, мәктәп льготалары менән файҙаланып өлгөргәндәр. Беренсе класҡа барыусы Айлинаға бушлай портфель һәм кәнсә тауарҙары бирелгән. Ике ҡыҙға һатып алынған мәктәп формаһы өсөн тулыһынса аҡсаһы ҡайтарылған.
Мәктәп льготалары тик күп балалы аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләргә генә ҡағыла. Мәктәп формаһы өсөн аҡсаны тик ике йылға бер тапҡыр ғына ҡайтарырға мөмкин. Ә бушлай сумка һәм кәнсә тауарҙары беренсе класҡа барыусы кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән.
Компенсацияны мәктәп формаһының юбка йәки блузка кеүек бер өлөшө өсөн генә лә алырға мөмкин. Тик ярҙам күләме лә сикле. Дәүләт 4 мең 489 һум аҡсаны кире ҡайтара ала. Иң мөһиме, кәрәк-яраҡ һатып алыу чектарын һаҡларға кәрәк.
Сығымдарҙы ҡайтарыу өсөн, документтарҙы ваҡытында тапшырыу мөһим. Аҡсаны күсереү ысулын ата-әсә үҙе һайлай. Дәүләт ярҙамы икенсе йылға ла ғәмәлдә буласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина




