Башдрам артистары оҙайлы ялдан һуң эшкә сыҡты.

Ижади миҙгел алдынан. Театр коллективы 103-сө ижад миҙгелен асыуға бөгөндән әҙерлек башланы. Рима Харисова вербатин жанрында яңы постановкалар өҫтөндә эшләй. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев» Еҙнәкәй» комедияһын сәхнәләштерә.

Айрат Абушахманов билдәле дипломат Кәрим Хәкимовтың яҙмышын һәм сәйәси эшмәкәрлегенә арналған «Ҡыҙыл Паша»спектакленә өр-яңы һулыш бирмәксе.

Театр директоры ярты йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһап, киләсәктә Ырымбур, Силәбе өлкәләренә, Ҡазанға гастролдәр әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе. Ҡазандан Камал театры ноябрҙә башҡорт театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.

Бынан тыш, яңы миҙгелдә театр сәхнәһендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаттары Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваларҙың ижад кисәләре планлаштырылған.

Фото №1 - Башдрам артистары оҙайлы ялдан һуң эшкә сыҡты.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ