«Юлдаш» радиоһы йәнә Стәрлетамаҡҡа сәфәр сыға. Ҡаланың Гагарин паркында радио хеҙмәткәрҙәренең башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығындағы «Беҙ бергә» фестивале үтә.
Мәҙәни-ял үҙәгенең төп сәхнәһенән танһыҡ көй-моңдар, мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолор тип көтөлә. Сара 20 авгусҡа билдәләнгән. Инеү бушлай.
Азат Ғәлиуллин




