Сәхнәлә халыҡ яратҡан хиттар һәм яңы йырҙар яңғыраясаҡ. Легендар «Дәрүишхан» рок төркөмөнөң, шулай уҡ «Аҡъяр», «Рух» һәм «Майҙан» кеүек киң билдәле ижади коллективтарының сығыш яһауы көтөлә.
Сара Аҡъяр ауылының ял һәм мәҙәниәт паркында киске сәғәт һигеҙҙә башлана. Үткән йылдарҙа «Бөйөк дала» фестиваль форматында үткәрелгән. Был сара башҡорт рок мәҙәниәте флагманы булып тора, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һәм тамашасылар һаны арта.
Азат Ғәлиуллин




