Мәсетле районында билдәле ғалим Булат Дәүләтбаевтың хәтер кисәһе үтте

 Ул – республикала генеалогик тикшеренеүҙәрҙе тәү башлап документаль материалдарға нигеҙләнеп өйрәнгән ғалимдарҙың береһе. Уның һөҙөмтәһендә «Һинең шәжәрәң» исемле күп һанлы фәнни эштәр донъя күрә.

Булат Дәүләтбаевтың хеҙмәте, ғөмүмән, Башҡортостан тарихына ярайһы уҡ өлөш индергән. Бигерәк тә тыуған Мәсетле районына бәйле материалдар бик күп. Хәтер кисәһендә ғалим тураһында видеояҙма күрһәтелеп, ул яратҡан көй-моңдар яңғыраны. Ошо көндәрҙә Булат Сабир улына 85 йәш тулған булыр ине.

Фото №1 - Мәсетле районында билдәле ғалим Булат Дәүләтбаевтың хәтер кисәһе үтте

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ