Был юлы экспозиция Минәнсафа Исрафиловтың шәхси эштәрен үҙ эсенә алған. Улар араһында «Аврора» крейсеры макеты айырым урын биләй.
Ул замандашыбыҙҙың музей фондында һаҡланған ҙур ҡомартҡыларының береһе. Автор уны төҙөүгә ике йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Шулай уҡ күргәҙмәгә һәүәҫкәр рәссамдың ҡайһы бер график эштәре лә сығарылған.
Биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән Минәнсафа Иҙрис улы 4 йәшенән ҡыҙыҡһына. Быға атаһының үҙ ҡулдары менән эшләгән санаһы этәргес бирә. 80 йәшенә тиклем ул самолет, тиҫтәләп төр хәрби ҡараптарҙың макетын яһаған.
Азат Ғәлиуллин




