Республикала 160-тан ашыу ир “Атайлыҡ даны” наградаһына дәғүә итә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо турала белдерҙе. Йәмәғәт премияһына лайыҡ булыусылар араһында хәрбиҙәр, янғын һүндереүселәр, тракторсылар, уҡытыусылар, фермерҙар, спортсмендар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләй. Уллыҡҡа бала алыусылар ҙа байтаҡ. Ярышты ойоштороу комитетынан белдереүҙәренсә, иң күп ҡатнашыусылар Өфө, Әлшәй һәм Ауырғазы райондарынан. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Атайҙар көнөндә үтә.

Фото №1 - Республикала 160-тан ашыу ир “Атайлыҡ даны” наградаһына дәғүә итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ