Ул Наманған өлкәһендә "Газресурс" компанияһының газ яғыулығы тултырыу станцияларының береһендә булды. -Бында 200-ҙән ашыу ошондай станция бар. Беҙ ҙә шундай күләмгә ынтылырға тейешбеҙ. Был бик мөһим тема. Газ яғыулығы арзан һәм экологияға зыяны аҙ. Башҡортостан бындай инфраструктура булдырырға ынтыла. Әле беҙҙә 41 газ тултырыу станцияһы бар, быйыл тағы унау файҙаланыуға тапшырыла, - ти Радий Хәбиров.




