Республика башлығы Радий Хәбировтың ошо турала Указы бар. Ул рәсми интернет-порталда донъя күргән. Хәрби иҫтәлегенә Әбйәлил районы Асҡар ауылы гимназияһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыу, урамдарҙың береһенә Тамерлан Илһамов исемен биреү ҡарала. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты батырҙың исемен йөрөтәсәк. Владимир Путин указы буйынса яҡташыбыҙға, үлгәндән һуң, ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөнРәсәй Геройы исеме бирелде.







