Республикала 11 октябрь Республика көнөн билдәләү буйынса төп майҙансыҡтар аталды. Төп тантана Совет майҙанында үтә.
Был турала бөгөн ойоштороу комитеты ултырышында билдәләнде. 112-се башҡорт атлы дивизияһының легендар командирына һәйкәл асыу уңайынан республиканың 200 мәктәбенән 500 уҡыусыны «Шайморатовсылар» сафына ҡабул итеү сараһы үтә.
Тамашасыларға шулай уҡ «Ат уйнатып алдан бара» спектакленән өҙөк, концерт, күләмле видеопроекциялы тамаша күрһәтелә. Башҡортостан юлдаш телеканалы Совет майҙанынан тура трансляция ойоштора. Барлыҡ район ҡалаларҙа йәрмикләр уҙа. Республика көнө Өфөнөң ҡала советы янындағы майҙанда ҙур салют менән тамамлана.
Рафиҡ Әхмәтшин







