Ҡоролоҡ сәбәпле, һуңғы йылдарҙа иген уңмаған көньяҡ райондарҙа быйыл ураҡ дәррәү бара. Башаҡтар тулышҡан, ырҙын табағынан ашлыҡ тейәлгән машиналар өҙөлмәй.
Баймаҡ районы эшсәндәре үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар көсөн һала. Ял минуттарында, баҫыуҙарҙа агитбригадалар сығыш яһай. Күңелле ураҡ барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
Илфат Сәфәрғәлиндың һоло баҫыуында урып-йыйыу эштәре тулы ҡеүәттә бара.Быға һауа торошоноң ҡоро тороуо тулы мөмкинлек бирә. Илфат Сәфәрғәлинға күрше ауыл фермеры үҙ техникаһы менән ярҙам күрһәтә. Берҙәм көс менән улар ураҡ кампанияһын тиҙ арала тамамларға ниәтләй.
Гектар ҡеүәте юғары булғас, баҫыу эшсәндәре дәртләнеп эшләй. Һоло баҫыуын тамамлағандан һуң, игенселәр арпа һуғыуға төшәсәк. Ашлыҡ туранан-тура ырҙын табағына оҙатыла. Илфат Сәфәрғәлин уҙған йылда "Ғаилә фермаһы"программаһында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшә. Дәүләт ярҙамы хужалыҡта техника базаһын яңыртыуға мөмкинлек бирә.
Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра. Шулай ҙа батырға ла ял кәрәк. Матур йолаға ярашлы, райондың Халыҡ ижады үҙәге агитбригадаһы баҫыуҙарҙа сығыш яһай. Күңелле йырҙар, дәртле ҡурай моңо ялан батырҙарына матур ял минуттары бүләк итте.
Фермер хужалығында 250 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә , уларға аҙыҡ етешле күләмдә туплана. 300 тонна бесән, 2 мең ярым тонна сенаж әҙерләнгән. Әле һалам төргәктәргә һалына.
Әлфиә Хәмитова




