14 кеше һәләк булған, 200-гә яҡыны йәрәхәтләнгән. Күңелһеҙ статистика күрһәткестәренә башлыса маршрут водителдәренең вайымһыҙлығы һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлек сараларын инҡар итеүе йоғонто яһай. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында инспекторҙар бөгөн йәнә күләмле рейд ойошторҙо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфө районының Булгаков ҡасабаһы. Баш ҡалаға ингән был юлы аша меңдәрсә машина ағыла. Улар араһында йәмәғәт транспорты ғына минут һайын тиерлек үтә. Шуға ла рейд урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре пассажир ташыусы автобус водителдәренең документын тикшереп кенә ҡалманы, салонға ла үтте.
Хоҡуҡ боҙоуҙар бар. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгенән Өфөгә юлланыусы микроавтобуста баҫып тороусы пассажирҙар һорау тыуҙырҙы. Өҫтәүенә, балалар ҙа хәүефһеҙлек ҡайышына эләктерелмәгән. Эш протокол төҙөү менән тамамланды.
Рейдта Транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт белгестәре лә эшләне. Уларҙы тәү сиратта тахограф ҡыҙыҡһындырҙы. Йәмәғәт транспортының билдәләнгән маршрутын көйләгән документ аша туҡталыш урындары барланды.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан республикала йәмәғәт транспорты ҡатнашлығында 114 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 192 кеше йәрәхәтләнгән, 14-е ваҡиға урынында һәләк булған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәрҙе ашыҡмаҫҡа, тиҙлекте арттырмаҫҡа, йәйәүлеләргә ҡарата иғтибарлы булырға саҡыра.
Азат Ғәлиуллин




