Ут менән шаярма. Благовещен районының «Зарница» балалар лагерында янғын хәүефһеҙлеге темаһына бағышланған иҫкәртеү саралары уҙғарылды. Ҡотҡарыусылар үткәргән практик дәрес һәм уйындар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Лагерҙа ял итеүселәр ут менән көрәшеүселәрҙең экипировкаһын ваҡытҡа кейеп ҡарай. Был кейемдә 16 йәшлек Владимир үҙен супергерой кеүек тоя. Ләкин киләсәктә был яуаплы һөнәрҙе һайларға ҡыймайым, ти ул.
Благовещен районының «Зарница» лагерында 283 бала тәрбиәләнә, уларҙың 81 Луганск халыҡ республикаһы ҡунаҡтары. Балалар ял итеү менән бергә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үҙләштерә. 70-се янғын-ҡотҡарыу часы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре уйындар һәм ҡыҙыҡлы күргәҙмә ойошторҙо.
Ут менән һаҡһыҙ эш итеү бәлә-ҡаза килтереүен, көнкүреш электр ҡорамалдары менән һаҡ, дөрөҫ эш итеү кәрәклеге лә аңлатылды. Ҡотҡарыусыларҙың һорауҙарына балалар теләп яуап бирҙе.
Был иһә баҡсаға һыу һибеү түгел. Ял итеүселәр шартлы янғынды һүндереп ҡараны, махсус техника менән яҡындан танышты.
«Зарница» лагерында хәүефһеҙлек шарттары менән тынышыу сараһы бик файҙалы үтте. Ял итеүселәр ҡотҡарыусыларға рәхмәтле ҡалды. Ә Луганск халыҡ республикаһынан килгән балалар янҡын һүндереүселәргә бәләкәй концерт программаһын күрһәтте.
Әлфинә Килдейәрова







