Илебеҙ баш ҡалаһында уҙған күләмле сара бөгөн башланды. «Зарядье» паркының төп сәхнәһендә фольклор коллективтарының сығышы көтөлә.
Лекторийҙарҙа халыҡ кәсептәре буйынса балалар һәм ололар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Кремль стеналары янына башҡорт тирмәһе ҡоролған. Ошонда уҡ тарихи көнкүреш әйберҙәре, халыҡ кәсептәре өлгөләре урын алған. Мәскәү халҡы һәм ҡуанҡтары башҡорт халҡының тарихы, боронғо көнитмеше, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәр һәм мәҙәниәт менән яҡындан таныша ала.
Киләһе йома Мәскәүҙә Башҡортостан көнө билдәләнә. Фестиваль майҙансығында һабантуй ойоштороу ҙа ҡаралған. Байрамды Башҡортостандың сәнғәт оҫталары сығышы биҙәйәсәк. Мәскәүҙәге Башҡортостан көндәренә рус георгарфия йәмғиәте Президенты, илдең оборона министры Сергей Шогу ла сағырылған.
Рафиҡ Әхмәтшин







