Быйыл республикала торлаҡ йорттарға газ үткәреүгә 1 меңгә яҡын сертификат тапшырылған

Уның дөйөм суммаһы 75 миллион һум. Башҡоростан ҡаҙнаһынан 195 миллион һум аҡса бүленгән, тип белдерәләр Финанс министрлығынан. 100 мең һумлыҡ сертификат Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, инвалидтар һәм хәрби бәрелештәр ветерандарына бирелә. Инвалидтар, күп һәм инвалид бала тәрбиәләүселәргә 75 мең һум ҡаралған. Республикала газ менән тәьмин итеү һәм зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн 16 миллиард ярым һум йүнәлтелә. Аҡса 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Фото №1 - Быйыл республикала торлаҡ йорттарға газ үткәреүгә 1 меңгә яҡын сертификат тапшырылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ